ҡал (stay) - s.e.r. (bashkortostan) lyrics
[«ҡал» йырының һүҙҙәре]
[текст песни «ҡал»]
[ҡушымта: зөлфиә хәйруллина]
ҡал һуҡмаҡ булып томан ятҡанда
ҡал утрау булып донъям батҡанда…
[скрэтчтар: reldnah]
ҡа*, ҡа*
ҡа*, ҡа*
ҡал* шундай ниндәй бар
[куплет 1: s.e.r.]
ҡал шундай ниндәй бар, үҙгәрмә, үҙгәрмә бөтөнләй
ҡал саф һауа йотомолай, донъям үлгәндә төтөндә
ҡал ысын булып, тамсыларылай ысыҡтың ҡулымда
ҡал, ҡал янымда, сөнки мин бәйле һәм ысҡынып булмай!
яҙылып бөтмәгән әҫәрҙәй ҡал һәм ҡун илһамдай тәҙрәмә
мин уйламаным була тип башҡаса йәшәп, булмай битараф йә нәфрәтһеҙ
бар тормошом йырҙарҙа, дәфтәрҙә, ҡал йондоҙҙай юлымды минең яҡтыртҡан
яңғыҙлыҡ күптән итмәй көслө, зинһар өсөн, һин булһа ла мине ҡалдырма!
ҡал уй*фекерҙәй тынғы бирмәгән төндәрен, ҡал бөгөн миндә һәм тынғы бирмә төндәрен
мин һорамам ҡайҙарҙа йөрөнөң, нимәләр күрҙең, сөнки йәшәргә үҙем дә иртә өйрәндем
ҡал өмөт булып, дармандай ҡал, бирелмәй торған теләһә кемгә
ҡал, ҡал янымда бар йөрәгең менән теләһәң генә!
[ҡушымта: зөлфиә хәйруллина]
ҡал һуҡмаҡ булып томан ятҡанда
уууууу*уууу*уууууу*уууууууу…
ҡал утрау булып донъям батҡанда…
уууууу*уууу*уууууу*уууууууу…
[куплет 2: s.e.r.]
һинһеҙ яҙылмай йырҙарым, һинһеҙ мин илһамһыҙ ғына һүҙ менән эш итәм
ҡолаҡтар ябып тыңланым, белдем, түҙмәмен ишетһәм
талғын аҙымдар тауышын, меңгә бүленгән ижектәр, күҙҙәр йомоҡ,үҙем көтәм һин күренгәнде ишектә
мин йәшәнем төн мәңге тип һәм түгелмәһен тип шешә, бөтөнләй аңланмаған ҡабатланым үҙгәрмәм имеш тә!
ни эшләп килешәм һуң һинең менән хәҙер?
эҙләп ысынды ысҡынып төпкә, өҫкә менәм хәлһеҙ
һинең еҫ иҫертә, уны үпкәгә алып өйрәнгәнмен
һинһеҙ мәғәнәһеҙ яҙған барлыҡ һөйләмдәрем
әйтерһең дә кемдер юйма менән өмөтөмдө һөртә
яҙмыш алдай, ваҡыт ташлай шырпы өйөлгән төкөрткө
фәрештәләр яҙып арып ҡалдырып китте ҡарауһыҙ
бәхет етенселә, ә мин урайым бикле алтауһын!
тын алмайынса йәшәйем һине һулағандан алып
хатаға тулы хаттарымдың һин уңмаған дауамы
әгәр һуңлаһа яуабың, күҙҙәр йомғанды онотоп
ишек асҡаныңды көтөрмөр тыңлап аҙымдарың талғын моңон,ҡалып тоғро…
[ҡушымта: зөлфиә хәйруллина]
ҡал һуҡмаҡ булып томан ятҡанда
уууууу*уууу*уууууу*уууууууу…
ҡал утрау булып донъям батҡанда…
ҡал һуҡмаҡ булып томан ятҡанда
ҡал утрау булып донъям батҡанда…
уууууу*уууу*уууууу*уууууууу…
Random Song Lyrics :
- o que mais me faltou? - vânia pereira & carina leitão lyrics
- i'm fine (interlude) - ben eales lyrics
- cure me - sacha rudy lyrics
- ireti-ogo - beautiful nubia and the roots renaissance band lyrics
- guilty pleasure - mia dimšić lyrics
- black sheep boy - the fourmyula lyrics
- эхо старых комнат (echo of old rooms) - korsak lyrics
- nothing at all (men i don't know) - brooke bentham lyrics
- sedation - clare kelly lyrics
- sans regrets - sordide lyrics