lirikcinta.com
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

яңғырау (sounding) - s.e.r. (bashkortostan) lyrics

Loading...

[куплет 1: s.e.r.]
миңә тигән ҡәбер әле ҡаҙылмаған!
эстә хәлһеҙ шағир ҡәләм тотоп ташлана йәшел аждаһаға
донъя ашыға алға, мин баҫтырам камиллыҡты
тере итә бер сәбәп-ышаныу,иң бөйөк әҫәрем яҙылмаған!
баҫымдарға ҡарамай уҡып яуланым исем
баҫып алғанда болоттар йондоҙҙарға ҡараманыҡ
таңын күренер кем булды ысын,кем булды ысыҡ
тормош-туман ҡуйы, тынсыу ятаҡта көтәм уның таралғанын
ә йылдар аға һәм йылан ағыуы
йыға аяҡтан тиҙ ағымлы йылғаларҙай
мине этәй упҡын сигенә иреклек арҡама йөкмәгән
мине алдай мөхәббәт, булып яғымлы йылмайғандай
йырланмаған тиеп иң яҡшы йырҙарым
эҙләйем дәрт-дарман улемдә, белеп тороп баштың һыҙларын
яҙмайым-төҙөйөм, төҙөйөм ҡатмарлы
илһамландыра яра эҙҙәре, ҡарап йөҙөмә аңларһың!
яҙмыш йәнә һуға
һуға миңә тип бит
сабам өҫтөнән әйтерһең дә элек бәйле булған
ә бөгөн-батһам да тиргә бик, туҡтарға иртә бит!
һин исем өсөн көрәшәһең? сыҡ ҡаршы!
мин яҙырмын уны ҡәберең өҫтөндәге сыйып ташты!
улар теләй белергә уңышым серен
мин тик бушлыҡта серейем. тыныслан, шым!
аңла мин һалдым ҡылысты, китте юлым ары
ҡояштың үтһен тип нурҙары
башҡаларға, ташланым алған үрҙе
һин күрҙең-мендем янып үлерлек юғары!
һуҡранып тапмай тиңдәш юлдашты, күңелдәге һағышты ағыу менән сайҡаным
был тормош әсе, был тормош сөсө, һаман йәшәйем нисек беләм-белмәй самаһын!

[ҡушымта: yalaguy]
үҫһә ине сәскән орлоҡ, булһа ине, дуҫ, файҙаһы
ябылғас был эштәр китап, ваҡыт етер хушлашаһы
быуындарға һөйләгән хат-булманы бит ҡағыҙ һаны
тамырҙарға еткергән хат-һинең йөрәгең тауышы
һындыр мине һин уртаға һәм ташла тамуҡ-уттарға
мин терелермен тағы ла, һеҙҙең ҡанундар ватырға!
бирсе миңә шартлатырға, был һағыштарҙы атырға!
еткерергә ине ваҡыт әйтер һүҙҙәр ҡалдырырға…

[бридж: yalaguy]
еткерергә ине ваҡыт әйтер һүҙҙәр ҡалдырырға…
еткерергә ине ваҡыт әйтер һүҙҙәр ҡалдырырға…
еткерергә ине ваҡыт әйтер һүҙҙәр ҡалдырырға…
еткерергә ине ваҡыт әйтер һүҙҙәр ҡалдырырға…

[куплет 2: trti]
мин һеҙҙе иҫләйем, һәр берегеҙҙе
үткән кешеләр ҡалдырһа күңелемдә эҙҙәр
яҡын бәрелмә бер ҡасан, ҡалдыр ҙа юҡҡа сыҡ
айырылыу көтһә – тимәк был не ысын
кисерәмен тыныс, ашығыу кәрәкмәй
кем кемдең теләген ауыҙынан …
зинһар миңә теймә, хәлдәрем бер көйө
урының миндә – тамаҡтағы төйөн
кәрәкмәй бер кемде көтөргә һәм төн
киләһе фәхишәләй ғүмерең үтер
бөтөр ҙә тыныслан, бер кемгә асылма
был төпһөҙ күлгә, мин баш менән сумам
улар теләйҙәр ярырға йөрәкте, ләкин мин аҡылға өйрәнгәм
бүлмәлә һүрәттәр, теләгем – һүнмәй тор
әгәр ҙә белмәһәң: тартам да, һүрәтәм
миңә күп кәрәкмәй – ҡабынам шырпы сыйыуҙан
әҙ генә түҙемлек, ҡотоласаҡмын асыуҙан
куңелем бары тик йыһан, күҙҙәр яндылар йондоҙҙай
ҡанаттарыңды өҙһә лә, ҡулдарын һуҙҙылар
тороп яр ситендә, егерме дүрттә аңлайһың
бәхет тигәндәре урап үтмәҫтер моғайын
һуҙам ҡулдарымды өҫкә, һорайым тыныслыҡ
үҙем үҙемдән сыҡһам да, уйҙарым тик асыҡ
һәм һин күңелеңдә тойаң кәрәкмәгән әйбер
кескәй йөрәгең үләндән туҡтар ҙа яңынан тибер
сөнки һыуыҡ көҙҙөң, кәрәкмәгәйне йылыһы
кәнтәй булмаһаң да, көҙгө алдында ҡыландың
кем уйлаған шулай һине арҡыры иттереп
ун икенсе ҡаттан киске ҡалаға бөтөрҙөм
миңә күп йылдар үтергә, мине шиғырға һүтерҙәр
иҫкә алған саҡта, яндырған күперҙәр

[ҡушымта: yalaguy]
үҫһә ине сәскән орлоҡ, булһа ине, дуҫ, файҙаһы
ябылғас был эштәр китап, ваҡыт етер хушлашаһы
быуындарға һөйләгән хат-булманы бит ҡағыҙ һаны
тамырҙарға еткергән хат-һинең йөрәгең тауышы
һындыр мине һин уртаға һәм ташла тамуҡ-уттарға
мин терелермен тағы ла, һеҙҙең ҡанундар ватырға!
бирсе миңә шартлатырға, был һағыштарҙы атырға!
еткерергә ине ваҡыт әйтер һүҙҙәр ҡалдырырға…

[аутро: yalaguy]
еткерергә ине ваҡыт әйтер һүҙҙәр ҡалдырырға…
еткерергә ине ваҡыт әйтер һүҙҙәр ҡалдырырға…
еткерергә ине ваҡыт әйтер һүҙҙәр ҡалдырырға…
еткерергә ине ваҡыт әйтер һүҙҙәр ҡалдырырға…

Random Song Lyrics :

Popular

Loading...