lirikcinta.com
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

азатлыҡ (freedom) - s.e.r. (bashkortostan) lyrics

Loading...

[«азатлыҡ» йырының һүҙҙәре]

[текст песни «азатлыҡ»]

[куплет: s.e.r.]
түгел фәлсәфәм сер * тамаҡты үпһен тәм әсе
йотор өсөн был көндәрҙе һоро, өмөттәрҙе ҡоро кәрәк күпме тәмләткес?
ләкин мин ҡәнәғәтсе, мин быға үҙем ҡәнәғәтсе
төкөрҙөм мәңгелеккә, бәлки барып етер, тотһам әгәр һүҙҙе ҡәләм сәнсеп!
ә аҙаҡ ҡабат төтөн үпкәлә
баҫтырамын төнөн күбәләк
һин ниҙер һөйләйһең миңә иман хаҡында
ә мин илһам артынан тип өҫтөңә йүнәләм
йәнә төбөн үбәм һәм
бар буш хыялдарҙы ултыртам өҫтәлгә
әгәр бөгөн үлмәһәм үҙгәрәм
йә һорайым тултырмай өҫтәргә
был һин яратҡан сериалдай “оятһыҙҙар”
ләкин яралар ысын һәм улар оҙаҡ һыҙлар
бар донъям бата, мин торам боҙҙа һымаҡ *
көтәм ҡасан мине ҡотҡарырға оҙатырҙар
сөнки был ауыр уйҙарҙы йөкмәп талған муйын
һаман да шул уҡ кимәлдә, тормош һаман да уйын
йыһан сикһеҙ, тик күк йөҙөнән йондоҙомдо нисек алһын буйым?
ялғам өҙөлгән өмөттө, көйҙө талғын ҡуйып
йәшәргә ине мәңге
тарҡалырға ине ҡапыл
ожмахтың татырға тәмен
бар яҙғанға ҡапһын ялҡын
ҡалһын йырҙарым * ҡайғынан тыңларһың
ҡалһын бар әйткән һүҙҙәрем тынлыҡта яңғырап
ҡалһын хәтер булып, ҡалһын булып хәтәр
ҡалһын тулы дәфтәр, ҡалһын йылылай яндырһаң
был үлем менән бейеү һәм һин беләһеңдер
нимәләр миңә ҡамасаулай ташларға бөтәһен
башларға һөйләмде, ә мин һаман да айырмай алмашҡан көндәрҙе
мәңгелеккә ҡаршы яуға сабам!
үтелгәне күмелгән, ынтылам күкте үбергә
теләмәй үҙгәрергә
бик иртә аңланым * бында бер ни мәңге түгел
һәм үлемдең йәмен күрҙем мин ялтыраған күҙҙәр менән
был минең азатлыҡ!
был йә дөрөҫ, йә насар ныҡ!
маҡсатһыҙ, бер тин аҡсаһыҙ
үҙгәрер кәрәк тип үҙемә мин һүҙ бирһәм дә ҡасандыр
йәнә көйҙө ҡушам да, төпһөҙ бушлыҡҡа
тик төтөн генә йөҙә һаман өҫкә табан
мине ялманы һынауҙар, ҡалманы хыялдар
абзый, зинһар, өҫтә ҡабат…

[вокализ: lenar15kh]

[аутро]
кешеләргә әйтә торған һүҙҙәрем бар…

Random Song Lyrics :

Popular

Loading...