тормош мәғәнәһе (the meaning of life) - инсан (insan) lyrics
[«тормош мәғәнәһе» йырының һүҙҙәре]
[текст песни «тормош мәғәнәһе»]
[ҡушымта: инсан һәм гөлниә]
тормош мәғәнәһен
юғалтҡан кешеләр күбәйә…
балҡып торған осҡон
күптәрҙең күҙҙәрендә һүнә…
[куплет 1: инсан]
бына бер ир урам буйлап
атлап килә
бѳтә кешеләрҙең иғтибарын
үҙенә йәлеп итә
уның ѳҫтѳ бысраҡ, иҫке әйбер
күҙҙәре күп*күк, туҡмалған
һыуыҡ урам ғына уны
ҡабул итеп алған
ашарға, эсергә
ҡайҙа тағы эҙләргә?
кеше күҙҙәренән ҡасып
ҡайҙа тағы йәшенергә?
ошо һорауҙар уның башында
тынғыһыҙ уйнай
ә эс тағы бушай
ашарға һорай
онотолор ѳсѳн ул
самогон эсеп ҡарай
подъездарға кереп уның
һыуыҡ иҙәнендә йоҡлай
кемдер күреп ҡалды –
хәҙер тағы туҡмар инде
ҡабырғаларҙы һынап һындырып
урамға ташлай
әйтерһең дә уға
юҡ урын был донъяла
тағы ла урамда
һыуыҡта йоҡлап ҡала
башҡалар ѳсѳн ул хайуан
изге хайуан
бѳтѳнләй ул донъяла
яңғыҙы тороп ҡалған
[ҡушымта: инсан һәм гөлниә]
тормош мәғәнәһен
юғалтҡан кешеләр күбәйә…
балҡып торған осҡон
күптәрҙең күҙҙәрендә һүнә…
[куплет 2: инсан]
урамда йоҡлап ята
ләкин кешесә тѳш күрә
үткән матур тормош
уның иҫенә керә:
бына фатир, бына ҡатыны
бына уның улдары –
уларҙы бѳтәһен дә
ул ныҡ итеп яратты
тик барыһын юғалтты
яҙмыш урамға ташланы
кире барып ишегенә
шаҡып та ҡараны
тик йѳрәкһеҙ ирҙәр сығып
ҡаты туҡманылар
ауыҙын яптылар
телен ҡыҫҡарттылар
шунан бирле һыуыҡ урамдарҙа
был ир йәшәй
тормош мәғәнәһен юғалтып
кѳн һайын эҙләй
ә тѳндәрен
яҡты йондоҙҙарҙы ла ул күрмәй
инде илай ҙа белмәй
кѳлә лә белмәй!
кѳн үтеп, кис етеп
был кѳн дә үтеп китте
тѳнгѳ һунарға сығырға
ваҡыт та килеп етте
тик бѳгѳн урамдарҙа
ул мәңгегә юғалды!..
(һы!) әйтерһең дә бында ул
бер ҡасан да булманы…
[ҡушымта: инсан һәм гөлниә]
тормош мәғәнәһен
юғалтҡан кешеләр күбәйә…
балҡып торған осҡон
күптәрҙең күҙҙәрендә һүнә…
[бөтөм: инсан]
беҙ бѳтәбеҙ (ҙә) кешеләр
беҙҙең бѳтәбеҙҙең дә
йѳрәгебеҙ бар
йәнебеҙ бар
Random Song Lyrics :
- three of us - koa delacerna lyrics
- drankdrankdrank (og) - nettspend lyrics
- dayang - seth ursolino lyrics
- le retour de la tyrolienne - maria malibran lyrics
- ¿algo que decir? - selene, arion & tatiana gómez rap lyrics
- macrowave - madge lyrics
- no juju pls - beny jr lyrics
- mañana no hay clases (remix) - tito silva music lyrics
- healed - young scott (asteri) lyrics
- liar, liar - little miss higgins lyrics