тере (alive) - инсан (insan) lyrics
[куплет 1: инсан]
аҡыл донъяһында яҙырһың аҡылдан
бында күберәк уйланһаң, нығыраҡ аҙашаң
изгелек битлектәр аҫтында йылан, йылан
ә һин һаман өмөт менән шуларға ышанған булаң?!
кесе-оло барыһы аҡса ҡоло
онотолоп отолоп кредит түләп олой
хыялдар зыяратында хәҙер үтә беҙҙең ғүмер
смартфон артына йәшенеп уларға ҡаҙабыҙ ҡәбер!
ҡан ала телебеҙҙән ҡандала
ҡара, ҡан далала башҡорттан саң ҡала
ҡара баш ҡалала башлыҡта таш баҡа
ә башҡалар мәңге ашҡына, башында аш ҡалаҡ ҡына
беҙҙең һауылмаған тишектәр ҡалманы бөгөн
битһеҙ йөҙҙәр көтөүенә теҙәләр көндән-көн
нисек кенә тырышмаһын ҡара көстәр рухымды үлтереп
дошмандар иртәрәк серер! ә мин әле һаман тере!
[куплет 2: инсан]
йөрәк донъяһында яҙырһың йөрәктән
был тишектән ҡасып була азатлыҡҡа ижад ишегенән
ниндәй генә хаттар килмәй бәйләнеш селтәренән
яңы йырҙар көтәләр “кешелекле кешенән” һаман
кәрәк, сөнки йырҙар терәк
һүҙ көсө дауалай, йәшәүе еңелерәк, яңғырай өр-яңы трек
әйтерһең дә ҡулсатыр
өс минут азатлыҡҡа ул ямғырҙан беҙҙе алып ҡасыр
ләкин тормош һура, һирәгәйә йырҙар
хисап ауына эләктереп ижадҡа юлыбыҙҙы ҡаплайҙар
ҡыҙҙар-малайҙар, яңы рэпперҙар ҡайҙа?!
алай ҙа ҡарт бүреләре һаман нимәлер яҙғылайҙар
өҫтәге түрә күпте белә, телебеҙҙе бүлә
ә беҙ һалабыҙ бәлә, кәрәк саҡта шымабыҙ бл.!
шуға тыуған ерем илай үкереп
телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, милләтебеҙ булыр тере!
Random Song Lyrics :
- oowee thots pt. 2 - noirillusions lyrics
- dampf - ilhan lyrics
- don't take my heart - hoaxxx & xxxtentacion lyrics
- have some confidence, kid! - phoenix rosary lyrics
- finessin' - sweets savage and bigg dawg lyrics
- gucci - (freestyle) - karol mc lyrics
- movers - shanique marie & finn lyrics
- i'm not ready - geena kaye lyrics
- cherry bomb - lando ameen lyrics
- breaking my heart - lizzy cruz lyrics