
һуйма (don't cut) - бошман (boshman) lyrics
[куплет 1]
чик-чик, бум-бум, ҡасырға инде һуң
туң, 12-се йыл урамда кеҫәлә бер һум
йондоҙҙар һанай декабрь ай ай-хай
нөктә ҡуйырға әҙер түгел юл һай
тай, ғонаһ йыуырға таҙарта шикелле “тайд”
ҡайт, нисек йәшәргә һора асып сайт
ышанғас хатта әкиәттәргә мюнхаузен
ниндәй ярҙам саҡырырға, уйла үҙең
аға ҡара байылыҡ юҡ сиге урҙең
аһа, түрҙең… барыһын, ҡустым, күрҙең
ахалай-махалай, алдай ҡалай
өҫтә өйөрөлә ҡул урлай талай ай
юлым һай… йырлар инем иҫертеп аң
шаяртам, юрғаныңды тартмайым лира ян
юҡҡа бушҡа борхотмайым саң
тик ниңәлер тыныс ятҡан ерҙә ағыла ҡан
[ҡушымта]
аһа, кемгә көй был бағышлана
аһа, аяуһыҙ көрәш башлана
аһа, айыуға ҡул һуҙма
был аңғырашкан итте һуйма
аһа, кемгә көй был бағышлана
аһа, аяуһыҙ көрәш башлана
аһа, айыуға ҡул һуҙма
был аңғырашкан итте һуйма
[куплет 2]
ҡуйма ҡултамға, уҡы ваҡ хәрефтә йөкмәткә
юлыңда туҡтама, шахмат уйында матҡа
ризалашма – яуыз мыҫҡыл телгә аралаша
таралаша ҡайт әйләнә артҡа, ҡарыша
тый үҙ уҫал йөҙөңдө, йән көйөндө
еңеү бейеүен бейеп уткәр һуңғы көнөңдө
ул да вакыт етер, йондоҙ балҡыр
тик ниңәлер данлы батыр барыбер батыр!
томан түшәгән күрмәһен был хәл тау урал
төтөн ҡаплаған күҙҙәр эҙләй урлау ҡорал
ләззәттә, әлбиттә, йәшәүе рәхәт, һүҙ юҡ
тик бер туҡтамай ашай эс, булырға тейеш туҡ
шух-шух, көс йәлләмәй бығауға һуҡ
бокс майзанында кеүек шым ебәр хук
йотлоғоп риза барына ниңәлер халыҡ
тик ҡан еҫен һиҙеп ҡурҡа шулай уҡ һарыҡ
[ҡушымта]
аһа, кемгә көй был бағышлана
аһа, аяуһыҙ көрәш башлана
аһа, айыуға ҡул һуҙма
был аңғырашкан итте һуйма
аһа, кемгә көй был бағышлана
аһа, аяуһыҙ көрәш башлана
аһа, айыуға ҡул һуҙма
был аңғырашкан итте һуйма
[аутро]
ха-ха-ха
2012-се йыл
йәшәгән ти, батырҙар
бошман
ул да булһа һатлыҡ йәндәргә дошман
ха-ха-ха-ха-ха
Random Song Lyrics :
- old ways - 777saviour lyrics
- while the city sleeps - irma thomas lyrics
- glasscd - dsiboys lyrics
- gold teeth - sea ghost - band lyrics
- rap philosophy - vladtheemcee lyrics
- everything has changed - jon crosby lyrics
- don't stop - boyish lyrics
- cuesta abajo - raphael (spanish singer) lyrics
- new year's eve (acoustic) - team goldie lyrics
- filha do rei - shirley carvalhaes lyrics