үле йәндәр өсөнсөһө (dead souls iii) - dez (rus) lyrics
[«үле йәндәр өсөнсөһө» йырының һүҙҙәре]
[текст песни «үле йәндәр өсөнсөһө»]
[куплет: dez]
асып ҡалдыр ишектәрҙе, шаҡып тормайса инермен
ҡыҙыл күҙҙәреңә ҡарап, һорармын йәшәү еңелме?
бушлыҡтан ҡабат терелер бушҡа уткәргән көндәрем
мәңгегә һинең әсирҙә, ләкин бер ҙә үкенмәнем
тормош үтә көтөп мәлен, килеп сыҡмаҫмы әмәле?
мин дә бик ныҡ аптырармын бер алтмышҡа етһә хәлем
үткән йылдар өҙөктәрен йыйып яҙырмын китапка
«үле йәндәр өсөнсөһө» * уны яғырмын усаҡта
хыялдар үлә ҡосаҡта, аңларһың, азат булманы
әсәй*атай кеҫәһендә беҙҙең киләсәк томанлы
яҙмыш тоҙаҡтар ҡорамы? һайлауға үҙен яуаплы
моңһоу көндәрҙең девизы * «бер ҙә дауаламай ваҡыт»
һуңлап киләм, ҡалдыр урын, бәхет артынан сиратта
торам артта, йөҙөм аҫҡа, йондоҙом балҡый йыраҡта
мин дә тормошто яратам, яҙмыш ҡыланһа ла уҫал
йоҡоһоҙ төн, йоҡлай ҡала, илһам күңелемде ҡыҫа
Random Song Lyrics :
- the pain - nyves lyrics
- to dżank - jankes lyrics
- psalm 118 - rev. rudy hugo/steven esposito lyrics
- when i get home - post animal lyrics
- allshewannado - travis garland lyrics
- gunerius - karpe diem lyrics
- you & me - marc e. bassy lyrics
- sober (feat. jry) - dj snake lyrics
- masquerade - any given day lyrics
- full moon - nell lyrics