lirikcinta.com
a b c d e f g h i j k l m n o p q r s t u v w x y z 0 1 2 3 4 5 6 7 8 9 #

дауа (remedy) - dez (bashkortostan) lyrics

Loading...

[куплет 1: dez]
уны таный һәр саҡ урам, ҡысҡыралар, ана, mc
ят күҙҙәрҙән ябыҡ, бары илһам белә – ул псих
һинең өсөн йондоҙ, шулай ҙа ул кеше
сикһеҙ йыһанда түгел, һин уны ергә төшөр
һинең кеүек күрә төштәр, һинең кеүек туҡталышта
һинең кеүек эҙләнә, һәм эшләй асыштар
ышана ул нимәгәлер, мәғәнәһеҙ көндәрҙә
уставтағы уттың сағылышы күҙҙәрҙә
тәүге һулышынан әле аҡты күпме һыуҙар!
үҙгәрмәй улар шул иҫәрҙең башында уйҙар!
ләкин тәрәнерәк һәм бөгөн был мөһим
был ысын булып ҡала
ә һин? ә һин?
ваҡыт һынай биттәрҙе йүгереп ҡағыҙ битенә
ул шулай уҡ бирелгән нисек рәссам һүрәтенә
күптән йәштәр кипкән инде, күптән борсомай яра
оҡшамаһа һиңә түгел, ижады үҙенә дауа

[ҡушымта: dez]
һулдан уңға ҡағыҙға ҡәләмем яҙа
әйтегеҙсе миңә, был һәләт әллә яза?
һалып наҙға, йә ҡалдыра нәфрәткә
етәр! туҡта! был миңә кәрәкмәй
һулдан уңға ҡағыҙға ҡәләмем яҙа
әйтегеҙсе миңә, был һәләт әллә яза?
һалып наҙға, йә ҡалдыра нәфрәткә
етәр! туҡта! был миңә кәрәкмәй

[куплет 2: yalaguy]
бер саҡ юғалырбыҙ бынан, туҡтамай өйөрөлөр шар
кемдәр үтә һиҙә был тормошто тағы минең юлымдан атлар
беҙ йәшәнек ошо мәлдә
киләсәктә тағы берәйһенең күкрәк тулып хистәре шартлар
үҙ юлыңдан барыу ҡыйын ләкин әле һаман ватабыҙ шарттар
тимәк бушҡа осмаҫ ишет минең әйтелгән анттар
тишеп инә йөрәгеңә
һәм емерә тағын ҡурҡыш минең уҡылған хаттар
хәлем бөтөп йығылғанда, барыһын да ташлағанда
минең күкрәгемдә туҡтамаҫ барыр һуғыштар
тимәк йөрәк төптәрендә минең һүнмәҫ мәңге йылы биреп янған әле һаман ҡара яҡты йондоҙом бар!
хәлем бөтөп йығылғанда, барыһын да ташлағанда
минең күкрәгемдә туҡтамаҫ барыр һуғыштар
тимәк йөрәк төптәрендә минең һүнмәҫ мәңге йылы биреп янған әле һаман ҡара яҡты йондоҙом бар!

[ҡушымта: dez]
һулдан уңға ҡағыҙға ҡәләмем яҙа
әйтегеҙсе миңә, был һәләт әллә яза?
һалып наҙға, йә ҡалдыра нәфрәткә
етәр! туҡта! был миңә кәрәкмәй
һулдан уңға ҡағыҙға ҡәләмем яҙа
әйтегеҙсе миңә, был һәләт әллә яза?
һалып наҙға, йә ҡалдыра нәфрәткә
етәр! туҡта! был миңә кәрәкмәй

Random Song Lyrics :

Popular

Loading...